Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 13:30

Иң ҡурҡынысы - балаларҙың һәләк булыуы...

Йыл башынан алып 10 мартҡа тиклем республикала 971 янғын теркәлгән, 68 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн төндә Кушнаренко районындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғында 2011 йылғы бала менән уның әсәһе һәләк булды... Был ҡот осҡос фажиғә... Хөрмәтле ата-әсәләр, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларҙы ла шуға өйрәтегеҙ!

Иң ҡурҡынысы - балаларҙың һәләк булыуы...Иң ҡурҡынысы - балаларҙың һәләк булыуы...
Иң ҡурҡынысы - балаларҙың һәләк булыуы...

Уҙған тәүлектә 10 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың туғыҙы - шәхси секторҙа булған, 30 кеше ҡотҡарылған, 1 кеше эвакуацияланған.

Шул иҫәптән, Учалы районында - йорт, йәйге аласыҡ, Өфөлә - йорт мөлкәте, автомобиль, Стәрлетамаҡ районында - баҡса йорттары, Ишембайҙа, Өфө районында - теплицалар, Йәрмәкәй районында - электр сымдарының изоляцияһы, Ғафури районында кирбес йорт янған.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас