

Әҙерләү:
Табаға тултырмайынса ғына һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, 50 г миндаль һалырға. Бер минут бешерергә (видеояҙмала шулай, моғайын, кәстрүлдә лә бешереп булалыр).
Айырым һауытҡа бушатып, һыуынғас, миндалдең тышын әрсергә. Артабан уны ҡоро табала ҡыҙҙырырға. Көймәһен, оҙаҡ ҡыҙҙырмағыҙ.
Бер банка ҡуйыртылған һөттө 190 г кокос онтағы менән яҡшылап бутарға. Массаны порцияға бүлеп (бер ҡалаҡлап), шарсыҡ яһарға ла, эсенән миндаль тығып, тағы йомарларға. Теләһәгеҙ, тағы кокос онтағына манырға була.
Бик тәмле “Раффаэлло” килеп сыға.