Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 13:58

"Башҡортостанда һауа" темаһына брифингтың дауамы 

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов Башҡортостан юлдаш телевидениеһында брифинг ваҡытында Башҡортостандағы һауа торошо буйынса хәлгә аңлатма бирҙе.

"Башҡортостанда һауа" темаһына брифингтың дауамы"Башҡортостанда һауа" темаһына брифингтың дауамы
"Башҡортостанда һауа" темаһына брифингтың дауамы 

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан Республикаһында ҙур предприятиеларҙың 170-тән ашыу тапҡыр атмосфера һауаһын бысратыу осрағы асыҡланған. Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары был йәһәттән беренсе урында. Предприятиеларға барлыҡ ялыуҙар ғәҙәттә елһеҙ көндәрҙә килә. Һауаны бысратыусы предприятиелар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының коммуналь гигиена бүлеге етәксеһе Лариса Кильдюшеваның әйтеүенсә, улар федераль дәүләт санитар-эпидемиологик күҙәтеүҙе лә тормошҡа ашыра:

- Беҙҙең өсөн тораҡ урындары сигендә һауаның сифаты мөһим, йәғни беҙ предприятиеларҙың санитар-һаҡлау зонаһы сиген контролдә тотабыҙ, шулай уҡ беҙҙә атмосфера һауаһы пробаһын тикшереү өсөн күсмә һәм стационар лабораториялар бар. Ысынлап та, беҙгә граждандарҙың мөрәжәғәттәре бик күп килә, беҙ оператив рәүештә тәүлектең төрлө ваҡытында ла урындарға сығып тикшереүҙәр үткәрәбеҙ.

- Предприятиелар тарафынан техник регламентты үтәгәндә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Беҙҙең ведомстволар хәлде контролдә тотасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман Болотов.

Дебаттар барышында брифингтың спикерҙары Башҡортостандың сәнәғәт ҡалаларында һауаның бысраныуы кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән "Таҙа һауа" федераль проектына ҡалаларыбыҙҙың эләгеүе мөһим булыуын билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Таҙа һауа" ға индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғанда предприятиелар атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотоу датчиктарын ҡуйыу графигын күрһәтергә тейеш.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас