Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 14:30

Ат ҡарағы тотолған

Хәйбулла районы Сәғит ауылы янында тибендә йөрөгән ике бейәне урлаған ирҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре тотҡан. 

Ат ҡарағы тотолғанАт ҡарағы тотолған
Ат ҡарағы тотолған

Оператив-эҙләү сараларында уларға Ырымбур өлкәһенән хеҙмәттәштәре ярҙам иткән.

Аттарҙы тейәп алып китеп барғанда тотолған 42 йәшлек ат ҡарағы Ырымбур өлкәһенән, ошоға тиклем шундай уҡ енәйәт ҡылғаны өсөн хөкөм ителгән.

Ул бейәләрҙе урларға әҙерләнеп, Хәйбулла районына килгәс, "Газель" машинаһын Аҡъяр-Сәғит юлында ҡалдырған да, тибенгә йәйәү барып еткән. Аттарҙы машинаға тиклем берәмләп эйәртеп алып барған. Бейәләрҙе һатырға йыйынған булған.

Енәйәттә ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асылған, аттарҙы ауылына кире ҡайтарғандар. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Ат ҡарағы тотолған
Ат ҡарағы тотолған
Ат ҡарағы тотолған
Ат ҡарағы тотолған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас