Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 07:55

Һыуҙа ғәйеп булған

Өфөлә 60 йәшлек Сергей Фроловты эҙләйҙәр.

Һыуҙа ғәйеп булғанҺыуҙа ғәйеп булған
Һыуҙа ғәйеп булған

 «БашРегионСпас» эҙәрмәндәр отряды хәбәр итеүенсә, ул былтыр 26 ноябрҙә үк ғәйеп булған — Нижегородка биҫтәһендә АПС хәрефтәре яҙылған кәмәгә ултырып, билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.

Билдәләре: буйы - 183 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле һәм һорғолт-зәңгәр күҙле.

Ир ҡара-һоро «Роснефть» тигән яҙыулы куртка, шундай уҡ төҫтәге джемпер, аҡ футболка, һорғолт-ҡара салбар һәм оҙон ҡуңыслы резина итек кейгән.

Сергей Фроловтың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8-937-3-102-112 йәки 112 номерына шылтыратып, ҡотҡарыусыларға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас