Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Март 2023, 17:00

"Йоматау" шифаханыһының баш табибы баҡыйлыҡҡа күсте

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: «Йоматау» шифахаһының баш табибы Айҙар Әлибаев вафат булды.     

"Йоматау" шифаханыһының баш табибы баҡыйлыҡҡа күсте
"Йоматау" шифаханыһының баш табибы баҡыйлыҡҡа күсте

 

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, запастағы полковник Айҙар Әлибаевҡа 61  йәш ине. Уны 10 мартта Салауат районы Термән ауылында ерләйҙәр.   

Айҙар Әлибаев төрлө йылдарҙа Өфө юғары хәрби авиация осоусылар  училищеһының санчасында,  РФ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында, РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу  Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында эшләне. 

Һуңғы йылдарҙа ул «Йоматау» шифаханаһында  баш табип булды һәм тыуған ауылы Термәнде төҙөкләндереү менән  шөғөлләнде.    Айҙар һәм Әнүәр Әлибаевтар  ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған  һалдаттарға ҡуйылған монумент янында  БТР-70 – арт-объектын ҡуйҙылар. Шулай уҡ урындағы зыяратты  ҡойма менән уратып алып, бәләкәй генә өй төҙөп ултырттылар.   Ауылдың мосолмандары бер туған ағалы-ҡустылы Әлибаевтарҙан тағы бер бүләк алып,  мәсетле булып ҡыуанды.  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: