

Унда ҡала халҡы Башҡортостан етештереүселәренән аҙыҡ-түлек, йәшелсә, ит һәм бал һатып ала аласаҡ.
Шәмбе йәрминкә Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлы участкаһында (Таллин урамынан алып Ухтомский урамына тиклем); Эшсе хәбәрселәр урамы, 20 адресы буйынса, шулай уҡ Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы янында үтәсәк.
Йәкшәмбе сауҙа ошо уҡ майҙансыҡтарҙа дауам итә. Был Йәштәр һарайы алдындағы майҙанға ғына ҡағылмай.
Эш ваҡыты - иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем.