Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 06:49

Ташҡын көслө буласаҡмы?

Ҡайһы бер фараздар буйынса, быйыл Башҡортостан йылғаларынан боҙ 7 - 17 апрелдә китә башлаясаҡ. Күп йыллыҡ күҙәтеү күрһәтеүенсә, беҙҙә 200-ҙән ашыу йылға ярайһы көслө таша.

Ташҡын көслө буласаҡмы?Ташҡын көслө буласаҡмы?
Ташҡын көслө буласаҡмы?

"Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, теүәлерәк фараздар марттың өсөнсө декадаһында әҙер буласаҡ.

Республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторингылау буйынса идаралығы начальнигы Вилора Горохольская ташҡынды күпкә алдан күҙаллап булмауын белдерҙе. Шулай ҙа быйыл һыуҙың максималь кимәленең норманан түбән буласағы көтөлә. Әммә барыһы ла яҙҙың нисек килеүенә бәйле. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас