

Өфөлә соҡор ямарға тотондолар ҙа инде. Мәҫәлән, Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙә эш барышы тураһында яҙма ҡуйған. Биҫтәлә 7 мартта уҡ соҡорҙарға "яу асылған".
"Ҡышҡы миҙгелдән һуң, юлда гел соҡор-саҡыр була. Беҙҙә "литый асфальт" ярҙамында ремонтҡа тотондолар. Тәүҙә юл япмаһы яҡшылап таҙартыла, әҙерләнә, шунан ғына һауа температураһының үҙгәреп тороуына һәм дымға сыҙамлы эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалалар. Был материалды -10 градуста ла ҡулланып була, катокһыҙ һалырға кәрәк", - тип яҙған район башлығы.
Фото: Антон Тарасов (vk.com)