Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 15:35

“Ришат Төхвәтуллиндың өйләнеүе – фейк!”

Сөнки ул Хоҙай тарафынан икенсе ҡатын-ҡыҙ өсөн яратылған.

“Ришат Төхвәтуллиндың өйләнеүе – фейк!”“Ришат Төхвәтуллиндың өйләнеүе – фейк!”
“Ришат Төхвәтуллиндың өйләнеүе – фейк!”

Яңыраҡ йырсының өйләнергә йыйыныуы хаҡында хәбәр иткәйнек инек. Тик был хәбәрҙе кире ҡағыусы табылды һәм йырсы үҙенә хайп эшләргә ялған хәбәр таратҡан, тип тә өҫтәне Ришатҡа үлеп ғашиҡ булған бер ханым.

–          Ришаттың бер ерендә минеке кеүек үк миңе бар. Уларҙың хатта үлсәмдәре лә тура килә. Был бит үҙе мөғжизә, Хоҙай  бер-береһенә тулыһынса тап килгән парҙарҙы ғына шулай тамғалай, – тип хайран ҡалдырҙы әле ул беҙҙе.

Ә һеҙ төрлө ырымға ышанаһығыҙмы?

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас