

Синоптиктар һәм метеорологтар марттың бигүк йылы булмаҫын алдан фаразлағайны инде. 20-ләренә тиклем +3, +4 градустан да күтәрелмәҫ. Уныһы ярай, беҙҙе бурандың ҡасан тыныуы ҡыҙыҡһындыра.
Тиҙҙән, ти белгестәр. Киләһе аҙнала оҙайлы ваҡытҡа аяҙ көндәр көтөлә. Бер ун көнләп бер нәмә лә яумаҫ, моғайын. Тик был - фараз ғына.
20 марттан һуң бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ямғыр яуыуы ла ихтимал.