+23 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 09:00
Хәйбулланы ҡар баҫа
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: - Хөрмәтле Хәйбулла халҡы! Күреүебеҙсә ҡыш әле сигенмәй, район биләмәһендә бына аҙна дауамында ҡар яуа, буран тынмай. Һәр көн иртәнсәк 10-20 ауыл-ҡасаба бикле ҡала. 9 мартҡа ҡарата 20 ауыл ҡар тотҡононда ҡалған.
Хәйбулланы ҡар баҫа
Ҡар көрәү техникаһы көн дә эшләй, был эшкә тау-руда предприятелары һәм фермерҙарҙың техникаһы йәлеп ителә. Ҡатмарлыҡтар ҙа бар - асыҡ юлдарҙы тиҙ арала ҡар ҡаплай. Кисектергеһеҙ хәл килеп тыумайынса ауыл-ҡасабаларҙан ситкә сыҡмағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда һәм автомобиль юлдарын таҙартыу кәрәккәндә 112 телефоны буйынса шылтыратып әйтегеҙ.
Автор:
Айбулат Ишназаров
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"