

Ул «автомобиль менән идара иткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике кешенең үлеме» статьяһы буйынса ғәйепле, тип танылды.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр июлдә ханым үҙенең «Ниссан» автомобилендә китеп барғанда Өфөнөң Софья Перовская урамынан Аврора урамына боролған урынында светофорҙың рөхсәт ителгән сигналына юл аша сығып барған ике йәйәүлене тапата. Аварияла 39 йәшлек ҡатын һәм уның 4 йәшлек улы алған йәрәхәттәренән һәләк була.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 3 йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан, 3 йылға иркенән мәхрүм итеп, колонияға ебәрергә ҡарар итте.
Бәләкәй балаһы булыу сәбәпле, хөкөм ҡарараы 14 йәше тулғансы кисектерелде.
«Мин бер ҡасан да кешеләрҙе үлтерергә теләмәнем. Һәләк булған ҡатындың иренән ғәфү үтенәм», – ти Дарья Сорокина.
Фото:стоп-кадр видео «Честно говоря».