

Быйыл «Нуриев миҙгелдәре» Мәскәүҙә 14 мартта Геликон-операла Италия кинорежиссеры Марио Ланфранки төшөргән «Венеция, Карнавал, Мөхәббәт» фильмы һәм Аричи Грацианоның ошо уҡ исемдәге фотокүргәҙмәһе менән асыла. Фильм оҙаҡ йылдар юғалған тип иҫәпләнә һәм Нуриевтың фильмографияһына индерелмәгән була. «Нуриев миҙгелдәре»н ойоштороусылар фильмды тапҡан, реставрациялаған һәм рус теленә тәржемә иткән.
17 мартта, мәшһүр бейеүсенең тыуған көнөндә, Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Нуриев миҙгелдәре»нең төбәк этабын асыу тантанаһы була, кино күрһәтеү 18 - 21 мартта «Родина» кинотеатрында дауам итә.
23 марттан 27-һенә тиклем проект Ҡазанда уҙа. Өс ҡалала ла проект саралары бушлай үтә, кинолар ҙа бушлай күрһәтелә.
Фильм күрһәтеүҙән тыш, ҡалаларҙың өсөһөндә лә «Рудольф Нуриев. Ҡайтыу» фотоэкспозицияһы ҡуйыласаҡ, артисты яҡшы белгән Рәсәй сәнғәт эшмәкәрҙәре, уның коллегалары һәм дуҫтары менән осрашыуҙар, хореография училищелары уҡыусылары һәм йәш балет артистары өсөн Нуриевтың оҫталыҡ дәрестәре, уның тураһында китаптарҙың исем туйы кеүек фәһемле саралар уҙасаҡ.
«Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проекты беренсе тапҡыр 2018 йылда – Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулған йылда һәм Рус балеты йылында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙҙы.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.