Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 06:40

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкән

Бөгөн төндә Өфөнөң Рыбаков урамындағы 12-се йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкән, тип хәбәр итә ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкәнӨфөлә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкән
Өфөлә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкән

Ваҡиға урынына хеҙмәтләндереү ойошмаһы һәм Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре ебәрелгән. Зыян килеү  майҙаны 20 квадрат метр самаһы. Емерелеү сәбәбе - ҡарҙың йыйылыуы.

 

Зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләнде. Бөгөнгә ҡыйыҡты һүтеү һәм ремонтлау буйынса эштәр планлаштырылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас