

Иң мөһименә туҡталайыҡ:
Шифаханаға бушлай путевка менән махсус хәрби операция зонаһында булған бөтә категориялағы хәрбиҙәр - ирекмәндәр, мобилизацияланғандар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, полиция һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре файҙалана ала. Ғаилә ағзаларына ташлама ҡағылмай.
Шифаханаға бушлай путевка бер тапҡыр бирелә
Дауалау оҙайлығы - 14 көн, туҡланыу - стандарт
Был ташлама менән махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡандан һуң бер йыл эсендә файҙаланырға мөмкин
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға шифахананы һайларға һәм юлламаны үҙаллы рәсмиләштерергә кәрәк. Бының өсөн:
– паспорт йәки РФ закондарына ярашлы шәхесте раҫлаусы башҡа документ
– СНИЛС, ИНН
– махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмә
– Табиптың яҙмаһы менән һаулыҡ торошо тураһында медицина белешмәһе һәм шифахана-курорт картаһы кәрәк буласаҡ
Программала:
1. «Асы» шифаханаһы assy-rb.ru
2. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы green-kurort.ru
3. «Яҡтыкүл» шифаханаһы санаторий-яктыкуль.рф
4. «Янғантау» шифаханаһы yantau.ru
5. «Ҡарағай» шифаханаһы sankaragai.ru
6. «Красноусол» шифаханаһы krasnousolsk.ru
7. «Танып» шифаханаһы tanip.ru
8. «Йоматау» шифаханаһы yumatovo.ru
9. «Ҡайынҡай» ял йорто домотдыхаберезки.рф
10. «Ҡайынҡай» шифахана-профилакторийы myberezka.ru
11. «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге locenergetik.ru
Ентеклерәк - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 21 декабрендәге 799-сы ҡарарында https://vk.cc/cm4cLn
Өҫтәмә һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәренән күрһәтелгән телефон аша яуап алырға мөмкин: 8 (347) 218-02-11
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары махсус чат-ботта тупланған: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан