Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 10:20

Балалар ултырған автобус аварияға осраған

Бөгөн сәғәт 11-ҙә Иглин районында «Daewoo Nexia» автомобиле 49 пассажир ултырған «Neoplan» автобусы менән бәрелешкән. Салондағы пассажирҙарҙың 46-һы балалар булған.

Балалар ултырған автобус аварияға осрағанБалалар ултырған автобус аварияға осраған
Балалар ултырған автобус аварияға осраған

 Улар баш ҡаланан «Павловка паркы»на экскурсияға китеп барған.

Бәхеткә күрә, автобуста зыян күреүселәр юҡ. Еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәр алған.

Балалар өсөн резерв транспорт бүленеп, улар оҙатып йөрөүселәре менән юлын дауам иткән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас