Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Марта 2023, 04:10

8 мартта күрше төбәктән килгән туристарға ярҙам талап ителгән

Магнитогорскиҙан 10 турист Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауығына  барғанда машиналары менән батып ултырған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

8 мартта күрше төбәктән килгән туристарға ярҙам талап ителгән8 мартта күрше төбәктән килгән туристарға ярҙам талап ителгән
8 мартта күрше төбәктән килгән туристарға ярҙам талап ителгән

Киске сәғәт туғыҙҙарҙа ведомство ҡотҡарыусылары ике ҡаргиҙәрҙә уларҙы ҡотҡарырға бара һәм  бәләгә тарыусыларҙы ваҡытлыса йылытыу пунктына урынлаштыра. Һуңынан 10 кешенән торған бөтә төркөмдө Сибай ҡалаһына алып сыға. Туристарҙы унда Магнитогорскиҙан килгән туғандары көтә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас