Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 05:36

Төбәк халҡы бер аҙнала соцселтәрҙәрҙә 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәргән

27 февраль - 5 март арауығында Башҡортостан республикаһының Идара итеү үҙәгенең "Инцидент менеджмент" мәғлүмәт үҙәге һәм "Госуслуги. Решаем вместе" кире бәйләнеш платформаһы соцселтәрҙәрҙә 7 191 мөрәжәғәт теркәгән. Был алдағы аҙнанан 3067-гә күберәк. Бының турала БР Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һөйләп үтте.

Төбәк халҡы бер аҙнала соцселтәрҙәрҙә 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәргәнТөбәк халҡы бер аҙнала соцселтәрҙәрҙә 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәргән
Төбәк халҡы бер аҙнала соцселтәрҙәрҙә 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ебәргән

 Кешеләр башлыса юлдар, төҙөкләндереү, ЖКХ, һаулыҡ һаҡлау/медицина һәм социаот хеҙмәтләндереү буйынса мөрәжәғәт иткән.

Ҡар яуыу юлдар буйынса ялыуҙарҙы арттырған. Уның күбеһе Өфөгә тура килгән. 

Төҙөкләндереү буйынса кешеләрҙе йорт ихаталары биләмәләрен һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу борсой. ЖКХ буйынса йорт йыҡыҡтарындағы ҡар-боҙҙо таҙартыу, йылыға ҡар иреүҙән ҡыйыҡтарҙан һыу үтеүгә бәйле постар артҡан.

27 февраль - 5 мартта ЦУР район-ҡала хакимиәттәре, министрлыҡ-ведомстволар менән 5 838 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Улар башлыса Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Иглин, Благовещен һәм Өфө райондарынан булған.

Республика менән идара итеү үҙәге доклады һөҙөмтәләрен барлап, Радий Хәбиров төбәк халҡын нимә борсоғанын ентекле тикшерергә һәм үҙ ваҡытында ярҙам итергә ҡушты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас