Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 18:00

Мутлашыусылар тоҙағына 14 кеше эләккән

Өфөнән 57 йәшлек ир муттар тураһында яҡшы хәбәрҙар булған. Ә шулай ҙа ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, уның исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткәс, юғалып ҡалған. "Банк хеҙмәткәре" уны тынысландырып, йәһәт кенә үҙенә алдараҡ кредит алырға, шунан аҡсаларҙы "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә кәрәклеген аңлатҡас, ҡушҡандарҙы теүәл үтәгән. Ярай ҙа иргә кредитты күп бирмәгәндәр - ни бары 140 мең һум. Ҡайһы берәүҙәр миллионлап кредит алып, аферистарҙы байыта бит.

Мутлашыусылар тоҙағына 14 кеше эләккәнМутлашыусылар тоҙағына 14 кеше эләккән
Мутлашыусылар тоҙағына 14 кеше эләккән

Тәүлек эсендә 14 кешенең миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урлағандар. Барыһы ла тиерлек ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" тарафынан алданған. Һаҡ булығыҙ инде, зинһар, ят номерҙан шылтыратһалар, алмауығыҙ хәйерле.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас