Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 10:00

Мәҙәниәткә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү» дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр тикшерелде.

Мәҙәниәткә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләМәҙәниәткә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә
Мәҙәниәткә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә

 Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт тармағына етди һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә, уны финанслау күләме арта, тип билдәләне Андрей Назаров.

 – Былтыр өлкәнең тупланма бюджеты 12,7 миллиард һум тәшкил иткән. Өҫтәүенә, йәлеп ителгән федераль аҡса күләме 2,3 тапҡырға артҡан. Беҙ мөһим маҡсатлы күрһәткестәрҙең береһен – мәҙәни сараларға йөрөүҙәр һанын арттырып үтәнек. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса төрлө тамашаларға   86,6 миллион кеше килгән. Был күрһәткестәр буйынса Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан һуң беҙ илдә өсөнсө, – тине Андрей Назаров. – Былтыр Башҡортостанда 27 мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелгән, 17 сәнғәт мәктәбе ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был һөҙөмтәләр насар түгел, беҙгә йыйылған темптарҙы кәметмәү мөһим.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала йыл һайын моделле китапханалар, виртуаль концерт залдары асылыуын билдәләне. Бөгөнгө көнгә милли проект сиктәрендә заманса 14 китапхана, 8 виртуаль концерт залы ойошторолған. 2019 йылдан моделле китапханалар һәм виртуаль концерт залдары төҙөү өсөн федераль бюджеттан бөтәһе 130 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителгән. Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, заманса моделле китапханалар төҙөү улар асылған муниципалитетҡа ыңғай социаль-иҡтисади йоғонто яһай. Китапханаларға йөрөүселәр һәм уларҙы ҡулланыусылар һаны арта, сөнки китапханалар ҡарамағында төрлө клубтар эшләй. Быйыл тағы ла ике яңы китапхана асыласаҡ.

Мәҙәниәт министры әйтеүенсә, халыҡтың Рәсәйҙең алдынғы артистарының һәм музыкаль коллективтарының иң яҡшы сығыштарын, филармония музыкаһы әҫәрҙәрен ҡарауға ҙур иғтибар бүленә. 2023 йылдың аҙағына тиклем Күмертауҙа, Благовар, Салауат райондарында һәм республиканың Милли симфоник оркестры базаһында тағы дүрт виртуаль концерт залын асыу күҙаллана. Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән маҡсатлы күрһәткестәргә ярашлы, республика мәҙәни сараларға 70 миллион тапҡыр йөрөү кимәленә етергә тейеш һәм Мәҙәниәт министрлығына тейешле «юл картаһын» бөтә яҡтан әҙерләп, уны муниципаль мәҙәниәт учреждениелары кимәленә еткерергә ҡушты, тип билдәләне Андрей Назаров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас