

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, байрам бөгөн,
Ҡотлап үтәм ысын күңелдән.
Йөрәгебеҙ тулған наҙҙар менән,
Күңелебеҙ гөлгә күмелгән.
Осҡон сәсрәп тора күҙебеҙҙән,
Балдай татлы беҙҙең телебеҙ.
Май айының сағыу ҡояшындай
Балҡып тора йәнә йөҙөбөҙ.
-Беҙ бит әле ҡатын-ҡыҙҙар-тиеп,
Булһын күкрәк һуғып торорлоҡ.
Нәҫел арттырыусылар ҙа беҙ бит,
Әсә булыу ниндәй ғорурлыҡ!?
Һеңле, апай, әсәй, өләсәй ҙә,
Бары ҡатын-ҡыҙҙар затынан.
Ҡәҙерҙәрен генә белеү кәрәк,
Ҡыйбат улар көмөш-алтындан.
Бөгөн байрам, ҡатын-ҡыҙҙар көнө,
Ашығығыҙ дуҫтар, ҡотларға!
Ғүмер ҡыҫҡа, ғүмер бик тә ҡыҫҡа,
Ваҡыт әрәмләмәй юҡ-барға!
(Х.И. Абдуллина. Ишей. 7 март. 2021 йыл.)