

Премьер-министр һүҙҙәренсә, фермер хужалыҡтары республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар ауылда мәшғүллекте арттырыуға булышлыҡ итә, ауыл биләмәләре үҫешен әүҙемләштерә. Санкциялар сикләүе шарттарында фермерҙар, эре ауыл хужалығы предприятиелары менән республиканың агросәнәғәт комплексы үҫешен тәьмин итә. Бөгөн ауыл хужалығы продукцияһының 36 проценты - шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан, 17 процентын фермерҙар етештерә.
– Төбәктә фермер хужалыҡтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә федераль һәм төбәк ярҙам программаларын берләштереү булышлыҡ итә. Дүрт йылда сараларҙы тормошҡа ашырғанда (2019-2022 йылдарҙа) дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 2 миллиард 856 миллион һум тәшкил иткән. Тәү сиратта был «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу. Ул ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү, компетенциялар үҙәктәренең эшмәкәрлеген финанслау буйынса саралар һәм «Агростартап» грант программаһын үҙ эсенә ала. Был ваҡыт эсендә республикала 233 яңы фермер хужалығы ойошторолдо, 12 меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтелде, 7 меңдән ашыу ҡатнашыусы ҡулланыусылар кооперацияһына йәлеп ителде, 146 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам күрһәтелде, – тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов дәртләндереүсе субсидиялар сиктәрендә тормошҡа ашырылған ярҙам сараларын фермер хужалыҡтарын киңәйтеү өсөн мөһим тип атаны. Производствоһы яйға һалынған ныҡлы хужалыҡ итеүселәргә ғаилә фермаларын һәм ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә гранттар бирелә. Һуңғы дүрт йылда ошо маҡсатҡа 1,2 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы бүленгән. Матди-техник базаны үҫтереүгә гранттар 24 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына һәм 108 ғаилә фермаһына йүнәлтелгән. Вице-премьер билдәләүенсә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына ярҙам итеү өсөн республика бюджетынан субсидиялар формаһында гранттар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индереү проекты әҙерләнгән. Проектҡа ярашлы, һөт һәм ит малсылығында проекттарын тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар өсөн «Агростартап» гранттарының күләме - 7 миллион һумға тиклем, ә биш миллион һумға тиклем арттырылған.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров индерелгән үҙгәрештәрҙе хупларға тәҡдим итте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығына быйыл 1 декабргә тиклем «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» федераль проекты сараларын финанслауға бүленгән аҡсаларҙы тулыһынса үҙләштереүҙе тәьмин итергә ҡушты.