

Генераль директоры Александр Андреев белдереүенсә, аэропорт коллективы былтыр 4,1 млн пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе, ә ПФО-ла - беренсе урын. 3,6 млн кеше Рәсәй эсендә осҡан.
Былтыр һауа гаване Skytrax халыҡ-ара авитранспорт агентлығы рейтингында дүрт йондоҙ алған һәм Рәсәйҙә, БДБ-ла һәм Урта Азияла был тәңгәлгә еткән бишенсе аэропортҡа әйләнгән.
Александр Андреев Рәсәй эсендәге һәм сит илдәргә осоштар, яңы маршруттар асылыуы тураһында һөйләп үтте. Аэровокзал комплексы ла яңыртыла. Былтырҙан халыҡ-ара һәм эске рейтар терминалдарын бер япма аҫтына тоташтырыу башланды - был эш киләһе йылдың башында тамамланасаҡ. Пландарҙа һауа суднолары туҡталҡаларын һәм уларҙы боҙға ҡаршы эшкәртеү урындарын һанын арттырыу бар.
Башҡортостан башлығы "Өфө" халыҡ-ара аэропортының коллективын эш һөҙөмтәләре буйынса ҡотланы һәм артабанға уңыштар теләне.
– Һеҙ – беҙҙең ышаныслы партнёр, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн аэропорттың менеджменты бик һөҙөмтәле эшләй. Баш ҡалабыҙҙың һауа ҡапҡаһын артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Быға рейстарҙың географияһын һәм йышлығын арттырыу инә.