Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 07:50

Донъя тотҡаһы

Яратығыҙ ҡатын-ҡыҙҙы , Онотмағыҙ был хаҡта. Сәскә кеүек гүзәл зат Яратылһын һәр саҡта. Ололағыҙ ҡатын-ҡыҙҙы, Әйтегеҙ сихри һүҙҙәр Яғымлы һүҙ ишеткәс тә,  Яҡтыра беҙҙең йөҙҙәр. Яратығыҙ ҡатын-ҡыҙҙы, Ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Эшкә киткән саҡтарҙа ла Бер үпмәйсә китмәгеҙ. Бөркөт һыңар ҡанат менән Менә алмай ҡаяларға. Ҡатын-ҡыҙһыҙ ир-аттар ҙа  Етә  алмай хыялдарға.  Ҡатын- ҡыҙға һөйөү кәрәк Ә ирҙәргә – ҡатын-ҡыҙ. Тимәк, ерҙә ул – ҙур байлыҡ, Күктә – иң яҡты йондоҙ. Ғәзизә БУЛАТОВА.

Донъя тотҡаһыДонъя тотҡаһы
Донъя тотҡаһы

Фото: kryminfo.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас