Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 10:45

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү нисек бара?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта республикала ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.  

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү нисек бара?Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү нисек бара?
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү нисек бара?

 

 – 2020-2022 йылдарҙа Дәүләт программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 6,2 миллиард һум тәшкил итте, шуның 3,6 миллиард һумы - федераль бюджет аҡсаһы. Торлаҡ, социаль объекттар, юлдар төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү дәүләт программаһының төп йүнәлештәре булып тора, – тип билдәләне премьер-министр. Өс йыл эсендә программа сиктәрендә 486 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды, 107 ғаиләгә ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән йорттар төҙөлдө, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 130 проектты тормошҡа ашырҙы, 19,3 саҡрым юл һалды, 33 саҡрым газ үткәргес һәм 18 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес линиялары һалды. Бынан тыш, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттары буйынса 20 объект сафҡа индерелгән һәм 5 комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекты тормошҡа ашырылған.

Программа йомғаҡтары һәм 2023 йылға бурыстар тураһында ентекле итеп Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәрҙең ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһының иң талап ителгән йүнәлеше – льготалы ауыл ипотекаһы. Вәкәләтле банктар өс йылда республикала 13,7 миллиард һумға 6,5 мең кредит биргән. Был – Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес, төбәк беренсе йыл ғына алдынғылыҡты бирмәй, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Бынан тыш, республика «Ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Проект сиктәрендә агросәнәғәт комплексы предприятиеларына хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм студенттарҙың производство практикаһын үтеүенә сығымдарҙы ҡаплайҙар. 2020-2022 йылдарҙа был йүнәлеш буйынса республиканың 308 агросәнәғәт комплексы предприятиеһы 1164 хеҙмәткәр әҙерләүгә ярҙам алған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас