

Һөйөклө өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Ҡатын-ҡыҙ һәр заманда ғаилә усағын, ҡотон һаҡлаусы, балалар тәрбиәләүсе, тоғролоҡ һәм намыҫ, гүзәллек һәм шәфҡәтлелек өлгөһө булып ҡала. Гүзәл заттың йәмғиәттәге роле баһалап бөткөһөҙ һәм уның йылдан-йыл абруйы арта барыуы ҡыуаныслы. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләп, оло ихтирам ҡаҙана, бынан тыш, ғаилә, бала бағыу, өйҙәрҙә йәм-ҡот булдырыу кеүек изге бурыстарын да теүәл үтәүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Һалҡын, оҙон ҡыштан һуң килгән Яҙ байрамы барығыҙға ла тормош йәме, йәшәү көсө өҫтәһен. Хөрмәтле гүзәл заттар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ил-йорт именлеге, ғаилә ҡыуаныстары теләйем. Бәхет нурына ҡойоноп, наҙға күмелеп, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!
Фото: vk.com