Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 04:00

Һандар һәм факттар: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары

Яҙҙың иң матур байрамы алдынан Башҡортостандың статистика хеҙмәте гүзәл заттар тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Һандар һәм факттар: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарыҺандар һәм факттар: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары
Һандар һәм факттар: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары

Республикала 2022 йыл башына 2,2 млн ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Был - бөтә халыҡтың 52,7 проценты.

Һәр 1000 ҡатын-ҡыҙға 897 ир кеше тура килә.

Республикала ҡыҙҙарға ҡарағанда, малайҙар йышыраҡ тыуа.

Өлкәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙалланған ғүмер оҙонлоғо - 74,2 йәш.

Эшләүсе гүзәл заттың уртаса йәше - 41 йәш.

2022 йылда 30 йәшкә тиклемге эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар нисбәте 16,7 процент булған. 55 йәштән өлкәндәр араһында иһә - 13,8 процент.

Ҡатын-ҡыҙҙар һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә күпселекте тәшкил итә - 83,9 процент. Мәғарифта - 83,8, сауҙа, ҡунаҡхана, йәмәғәт туҡланыуы тармағында 66 процент.

Иҡтисадта мәшғүл гүзәл заттың белем кимәле ир-аттыҡына ҡарағанда юғарыраҡ. Эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында юғары белемлеләр - 36,2, ир-егеттәр 23,4 процент.

Бөтә студенттарҙың яртыһы - ҡатын-ҡыҙҙар.

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас