Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 12:15

Альбинаны Путин бүләкләне

Яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы бөгөн, 8 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы.

Альбинаны Путин бүләкләнеАльбинаны Путин бүләкләне
Альбинаны Путин бүләкләне

Рәсәйҙә был награда  унынсы әсәйгә тапшырыла.

 

Альбина Хәйҙәршина - Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән бергә 13 бала тәрбиәләй.

2014 йылда Владимир Путин күп балалы ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» орденын тапшырғайны.

 

   Ғорурланабыҙ! Альбина Хәйҙәршинаны һәм бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла һаулыҡ, изгелек һәм сәскә атыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас