Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Март 2023, 07:50

Аҡса подъездарҙы ремонтлау программаһынан алынасаҡ

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә БР Хөкүмәте ултырышында күп фатирлы йорттарҙа газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү һәм төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарын ремонтлау буйынса сығымдарҙы берлектә финанслауға бюджет-ара трансферттар биреү тәртибе тураһында мәсьәлә тикшерелде.

Аҡса подъездарҙы ремонтлау программаһынан алынасаҡАҡса подъездарҙы ремонтлау программаһынан алынасаҡ
Аҡса подъездарҙы ремонтлау программаһынан алынасаҡ

 «Зәңгәр яғыулыҡ» һүндерелгән  фатирҙарҙың 95 проценты Өфөгә, Белорет һәм Салауат райондарына тура килә.

Елләтеү системаларын ремонтлау һәм газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн айырым, иң «проблемалы» муниципалитеттарға финанс ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

– Подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған яҡынса 30 миллион һумды ҡабаттан бүлеү планлаштырыла, – тине Премьер-министр. Үҙ сиратында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Финанс министрлығына тәҡдимдәр индерергә ҡушылды.

 Андрей Назаров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Өфө, Белорет һәм Салауат райондары  хакимиәттәре менән берлектә ике ай эсендә, ә Өфө өсөн бюджет-ара трансферт биреүгә килешеү төҙөгән көндән алып газ тәьминәте туҡтатылған күп фатирлы йорттарҙа вентиляция каналдарын һәм төтөн сығыу юлдарын төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе башҡарыуҙы өс айҙа тәьмин итергә ҡушты.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас