Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Марта 2023, 10:20

47 баланы тәрбиәгә алғандар

БР Башлығы социаль селтәрҙә 47 бала тәрбиәләгән ғаилә менән таныштырҙы.

47 баланы тәрбиәгә алғандар47 баланы тәрбиәгә алғандар
47 баланы тәрбиәгә алғандар

"Бөгөн һеҙҙе Благовещен районының Ошмянка ауылынан Шичиндар ғаиләһе менән таныштырам. Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы менән Владимир Иванович 37 йыл бергә. Уларҙың үҙҙәренең өс балаһы менән бер уллыҡҡа алынған ҡыҙы менән   47 (!) тәрбиәгә алынған малай һәм ҡыҙы бар. Был ғаиләлә барыһының да нисек өлгөргәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Үҙ йорттары, йәшелсә баҡсаһы, хужалығы. Владимир Иванович малайҙар тәрбиәләй. Бергәләп бесән, утын әҙерләйҙәр, ихатаны тәртиптә тоталар. Бөтә малайҙар ҙа өйҙә, атайҙарынан машина йөрөтөргә өйрәнә, һуңынан бер ауырлыҡһыҙ имтихан тапшыра һәм водитель танытмаһы ала. Ә ҡыҙҙар менән әсәһе йөрөй. Ғаиләлә - талантлы балалар үҙә. Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы театр түңәрәге һәм «Йондоҙсоҡ» менән «Һояшҡай» бейеү коллективтары ойошторған. Улар конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһай, спектаклдәр ҡуя, бейей. Шичиндар ғаиләһе үҙ ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар балалар майҙансығы менән ярҙам итте, ә былтыр Орел ауыл советында мәсет төҙөнө.

Беҙ 2021 йылда Шичиндар ғаиләһен «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнек. Бындай ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә ярайһы ҙур ярҙам саралары ҡаралған. Бөгөн, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, мин һеҙгә, Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы, республикабыҙҙың гүзәлзаттарына  балаларығыҙға, ғаиләләрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға  йылылыҡ бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Барығыҙға ла мөхәббәт, йылылыҡ һәм икһеҙ-сикһеҙ бәхет теләйем!"- тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас