Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 15:30

Янғындар...

Бөгөн иртән Өфөнөң Ленин урамындағы бер бүлмәле фатирҙа янғын сыға - иҙән яна. Янғын һүндереүселәр төтөнгә ағыуланған 1960 йылғы ирҙе ҡотҡарып, дауаханаға оҙатҡан. Дүрт кеше үҙ аллы эвакуацияланған, дүрт кешене янғын һүндереүселәр алып сыҡҡан. 

Янғындар...Янғындар...
Янғындар...

Янғын сәбәптәрен асыҡлап, урында тәүтикшереүсе эшләй.

Уҙған тәүлектә 15 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 11-е шәхси секторҙа булған, 9 кеше эвакуацияланған.

Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында - йорттар, Туймазыла - гараж, Өфөлә - гараждың стеналары, Октябрьскийҙа, Өфөлә - мунсалар, Учалы районында - автомобиль, Иглин районында - кирбес бинаның стеналары, түбәһе, Өфөлә, Мәләүез районында - йорт мөлкәте, Туймазы ҡалаһында тимер вагон янған.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас