Яугирҙарҙың әсәләренә, ҡатындарына, ҡыҙҙарына һәм өләсәйҙәренә ирекмәндәр алғы һыҙыҡта булған яҡындарынан яҙҙырылған видеоҡотлауҙар тапшыра, шулай уҡ байрамға сәскәләр һәм бүләктәр бирә.
«Халыҡ фронтының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» проекты сиктәрендә беҙ егеттәргә гуманитар ярҙамды даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа еткерәбеҙ, күптәр менән даими бәйләнештәбеҙ. Яугирҙәрҙең үҙ ғаиләләрен бик һағынғанын аңлайбыҙ. Шуға күрә видеосәләмләү яҙҙыртыу тураһында идеябыҙ тыуҙы, байрам алдынан уны тормошҡа ашырырға булдыҡ», – ти Халыҡ фронтының йәштәр бүлеге етәксеһе Владимир Тараненко.
Дүртөйлө районынан Ғамбария Сөләймәнова тәүгеләрҙән булып улынан видеосәләмләү һәм ләлә сәскәләре гөлләмәһе алды. Уның улы махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.