Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 04:24

"Урман" операцияһы башланды

Башҡортостанда 6 - 19 мартта рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙы булдырмау һәм закон боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса махсус профилактик сара үтәсәк.

"Урман" операцияһы башланды"Урман" операцияһы башланды
"Урман" операцияһы башланды

«Урман» операцияһы барышында БР Урман хужалығы министрлығы белгестәре рейдтарға сыға.

Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу, йә үҫентеләргә зыян килтереү өсөн штрафтар ҡаралған:

- граждандарға 3 - 5 мең һум;

- вазифалыларға 20 - 50 мең һум;

- ойошмаларға 200 - 500 мең һум. бынан тыш, ҡырҡылған ағас өсөн зыян ҡаплатыла. 

Закон боҙоу осрағын күреүселәр 8 (347) 218-14-14 шылтыратып әйтә ала.

Фото: vk.com

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас