

Доброволецтарға берҙәм өлгөләге хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы тапшырыласаҡ. Был документ хәрби хәрәкәттәр ветерандары статусын һәм закон буйынса ҡаралған льготаларға хоҡуҡты раҫлай.
Ҡарарға ярашлы, документты Рәсәй Федерацияһы субъекттарының СВО-ға үҙе теләп китеүсене хәрби иҫәпкә ҡуйған йәки йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариат бирергә тейеш. Бының өсөн гражданға ғариза яҙырға кәрәк. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, әгәр ирекле отрядта ҡатнашыуҙы дәлилләгән документтар юғалһа, хәрби комиссариаттар уларҙы эҙләү менән үҙаллы шөғөлләнергә бурыслы.
Хәрби ветерандарға федераль кимәлдә льготалар билдәләнгән, шул иҫәптән милеккә һалым һәм коммуналь түләүҙәр буйынса. Бынан тыш, ай һайын аҡсалата түләү бар.