

Нисә йылдар буйы тамашасыларынан йәшереп һаҡлаған ҡыҙ ул – Ришат төркөмөндә эшләүсе Әлиә Ҡарасурина.
Ришат яңыраҡ Өфөлә концерт ҡуйҙы һәм тыуған көнөн үткәрҙе. Социаль селтәргә ҡуйылған видеояҙманан күренеүенсә, йырсы ҡыҙына табын артында тәҡдим яһаған.
“Был клип төшөрөү түгел. Ул “эйе” тине”, – тип яҙған Ришат видео аҫтына.
“Күптәр минең йырҙарҙа йырланған мөхәббәтемде тиҙерәк табыуымды теләне. Ул һәр ваҡыт минең янымда булды”, – тип тә яҙған Ришат.
Ришат менән Әлиәнең йәшерен мөхәббәтен барлыҡ халыҡ яратып күҙәтте. Йәштәргә бәхет теләйбеҙ.
Фото: Т. Аманов