Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 16:05

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы булған яҡташыбыҙ тураһында һөйләне

Танкист егет Донбасты МХО башланғандан бирле һаҡлай. 

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы булған яҡташыбыҙ тураһында һөйләнеРадий Хәбиров Рәсәй Геройы булған яҡташыбыҙ тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы булған яҡташыбыҙ тураһында һөйләне

Рәсәй Геройы, гвардия капитаны Степан Белов Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән, Ҡазанда юғары командир танк училищеһын тамамлаған. Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә ул 2018 йылдан алып лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Уның командалауындағы танк ротаһы дошмандың 20 танкын һәм туғыҙ БМП-һын юҡ иткән. Хәрби бурысты уңышлы үтәгәне өсөн яҡташыбыҙға ваҡытынан алда гвардия капитаны званиеһы бирелгән. Степан Белов ике Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов һәм "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалдарына лайыҡ булған. Былтыр ул Президенттың указы менән Рәсәй Геройы ителде.

Радий Хәбиров үҙенең соцселтәр сәхифәһендә белдереүенсә, республика Степан Белов кеүек яугирҙар менән ғорурлана һәм Башҡортостан властары төбәктә төҙөлгән батальондарҙа хеҙмәт итеүселәрҙе һәм ирекмәндәрҙе, уларҙың яҡын-туғандарын, ғаиләләрен ҡарауға бар көсөн һаласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас