Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 16:00

МИН ЫШАНАМ ИР ҺҮҘЕНӘ

Дары еҫен тоймайынса тороп, "Һуғыш" һөйләр бәндә һүҙенә, Осһоҙ тауарҙарын маҡтағандай, Ғәйбәт һатҡан әҙәм күҙенә Ышанмайым!   Ялған хәбәр, гүйә, ҡыу орлоҡтай, Һибелһә лә илдең өҫтөнә, Шытып сыҡмаҫ унан яҡты ғәмәл, Инә алмаҫ ул һүҙ көсөнә! Һеңә алмаҫ!   Мин ышанам яу яланын күреп, Һуғыш юлын үткән егеткә! Тик бер һүҙе етә ул яугирҙың, Һис кәрәкмәй бында өгөт тә!   Йөҙөндәге хатта бер һыры ла Һөйләр миңә хәлдең хәтәрен! Күҙҙәрендә уның мин күрермен Һәләк булған батыр ҡәберен.   Өндәшмәгәндә лә күпте әйтер, Яугирҙар ул өнһөҙ һөйләшә! Рәсәй ҡалҡандары булған улдар Илем йөрәгендә мең йәшәр!   "Намыҫ" һүҙе улар өсөн һәр саҡ "Ватан" һүҙе менән бер бөтөн! Ҡандан-ҡанға күскән ошо тойғо Төпкөлөндә йәшәй йөрәктең.   Мин ышанам һеҙгә, ил улдары! Ошо тойғом ҡанат үҫтерә! Яҡты хыялдарым, уйым мине Һеҙҙең янға алып еткерә.   Шул хисемде һис сайпылтмай ғына Яланына яуҙың еткерәм. Йәншишмәләй бөркәм яу ҡырына, Ҡоромдарҙа үлән үҫтерәм.   Яугир һүҙе бөгөн иң ғәзизе! Яугир өсөн һөйләй йөрәге! Шуға ирҙәр һүҙе - миңә терәк! Ирҙәр һүҙе - илем терәге! Лариса Абдуллина.        

МИН ЫШАНАМ ИР ҺҮҘЕНӘМИН ЫШАНАМ ИР ҺҮҘЕНӘ
МИН ЫШАНАМ ИР ҺҮҘЕНӘ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас