

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия биреү бүлеге уҙған йыл дауамында ошо профил буйынса бөтәһе 10 учреждениеға лицензия бирҙе. Бынан алда республикала теркәлгән гериатрия буйынса ярҙам күрһәтеүсе 53 медицина учреждениеһына ошо лицензияны тәүгә алған 4 учреждение өҫтәлде.
– Гериатрия оло йәштәге ауырыуҙарҙы өйрәнеү, уларҙың сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау менән шөғөлләнә, – ти БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тахәүетдинова. – Өлкәндәр өсөн гериатрия, стандарт медицинанан айырмалы рәүештә, оло йәштәгеләрҙең тәнендәге физиологик үҙгәрештәр, төрлө органдар эшмәкәрлегенең юғалыуы менән бәйле айырым ихтыяждарына йүнәлтелгән.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә махсуслаштырылған гериатрия һәм геронтология үҙәктәре эшләй, улар өлкән йәштәге пациенттарға төрлө яҡлап медицина ярҙамы күрһәтә. Бирелгән һәм ҡайтанан теркәү лицензияларының артыуы эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға бәйле.