Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 12:05

Импортты алмаштырасаҡбыҙ

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденты, «Дога» компанияһы, хуш еҫле углеводородтар етештереү өсөн ике миллиард һум күләмендә льготалы заем алды.

Импортты алмаштырасаҡбыҙИмпортты алмаштырасаҡбыҙ
Импортты алмаштырасаҡбыҙ

 Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында ойошторолған инвестиция проекты 33 ҙур импортты алмаштырыу проектының береһенә әүерелде.

 - «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә инвестор углеводород газдарын эшкәртеү ҡулайламаһын ароматик углеводородтарға - бензолға һәм толуол-ксилол фракцияһына урынлаштырырға ниәтләй. Етештерелгән продукцияға бөтә донъяла ихтыяж ҙур, ул дарыуҙар, пластмассалар, буяуҙар етештереүҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, планлаштырылған ҡеүәткә сыҡҡанда предприятие, сит ил етештереүселәре киткәндән һуң бушатылған урынды биләп, ил баҙарын тулы күләмдә тәьмин итә аласаҡ. Бөгөнгә проектҡа инвестициялар күләме 4,8 миллиард һум тәшкил итә, – ти Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

  Бөгөнгә «Алға» махсус иҡтисади зонаһында 40 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 12 резидент теркәлгән. Киләсәктә был предприятиелар  ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға планлаштыра.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас