Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 10:40

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн

БР  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә,бөгөн  Сауҙа-сәнәғәт палатаһы майҙансығында 2023 йылда эш биреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙең яңы сараларына арналған видеоконференция ойошторола.

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөнХеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн
Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн

 Унда ҡатнашыуға Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының бөтә милекселек формаһындағы вәкилдәре саҡырыла.

 – Яңы заман талаптары эш биреүселәргә ғәҙәти булмаған ярҙам сараларын ҡабул итеүҙе талап итә, -–тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова. – 2022 йылда санкциялар индерелгәндән һуң хеҙмәт баҙарына өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль бюджеттан бығаса булмаған сумма алдыҡ (яҡынса 1,5 миллиард һум, транш күләме буйынса беҙ илдә икенсе булдыҡ). Һәм был ярҙам бик аныҡ эшләне, сөнки ошо средстволар иҫәбенә беҙ 1,5 мең эш биреүсегә ярҙам итә, 30 мең хеҙмәткәр өсөн мәшғүллекте һаҡлап ҡала, бер йылда эшһеҙҙәр һанын 18 меңгә тиклем кәметә алдыҡ.  Предприятиелар менән былтыр башланған айырым эште быйыл да дауам итергә ниәтләйбеҙ (2023 йылда Башҡортостан хеҙмәт баҙарына ярҙам сараларына федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум самаһы аҡса аласаҡ). Шуға күрә улар дәүләт ярҙамы менән нисек файҙаланырға мөмкин булыуын аңлаһын өсөн, эш биреүселәр менән бәйләнеш булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим, – ти Ленара Иванова.

Конференцияла Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар сиктәрендә предприятиеларға ярҙам саралары, хеҙмәт ҡануниәтендәге һәм миграция сәйәсәтендәге үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өлкәһендәге яңылыҡтарҙы бәйән итә, шулай уҡ эш биреүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса компетентлы аңлатмалар бирәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас