Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 05:25

Хөкөм ителгәндәр сәскә үҫтерә

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 21- се колонияла хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар 8 мартҡа Голландия сортлы 1 меңдән ашыу ләлә сәскәләре үҫтергән.

Хөкөм ителгәндәр сәскә үҫтерәХөкөм ителгәндәр сәскә үҫтерә
Хөкөм ителгәндәр сәскә үҫтерә

 Был хаҡта Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тотҡондар өсөнсө йыл рәттән байрамға ошондай гөлләмәләр әҙерләй. Ғинуарҙа теплицаларҙа төрлө төҫтәге һәм сорттағы ләлә һуғанбаштары ултыртыла. Хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар үҫентеләр үҫкән урындағы дымлылыҡты, температура режимын даими күҙәтеп бара, уларҙы туҡландыра.

Март башында сәскәгә бөрөләнгән  сәскәләр ҡырҡып алынып, сауҙаға сығарылырға төргәккә төрөлгән  инде. Колония  теплицаларында йәнә 30-ҙан ашыу сәскә сорттары, шул иҫәптән аллисум, астра, бәрхәт сәскә, вербена, шалфей үҫә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас