Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 10:30

"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"

Күгәрсен районының Бикбулат мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары махсус хәрби операциялағы яҡташтарына туҡмас әҙерләгән.

"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!""Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"
"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"

Ауылдың социаль селтәрендәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, мәктәп коллективы яугирҙарға ярҙамға өлөш индереп тора: аҡса ла йыйғандар, ит тушенкалары ла эшләгәндәр, бына ошо көндәрҙә туҡмас ҡырҡҡандар. Уҡытыусыларға 7 -8-се класс ҡыҙҙары ла ярҙам иткән. Афариндар!

"Күңелебеҙҙә бер теләк: беҙҙең ярҙам тәғәйен урынға барып етһен, һалдаттарға еңеү яуларға көс, рух өҫтәһен, илгә тыныслыҡ килһен!" - тип яҙғандар төркөмдә. 
#АйыҡАуыл2022 #БикбулатАуылы #ДеревняБикбулатово #УральскийСельсовет
Бикбулат ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша.

Фото: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)

 

"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"
"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"
"Беҙҙең теләк бер: ярҙамыбыҙ барып етһен, ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтһын!"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас