Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Марта 2023, 15:55

Баш ҡала юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау эше башланды

Өфөнөң Дим районында соҡорҙарҙы ямау башланды. Башлыса ул ҡойолған һәм һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланып үткәрелә, был температураның үҙгәреүен иҫәпкә алып эшләргә мөмкинлек бирә. Был хаҡта ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Баш ҡала юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау эше башландыБаш ҡала юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау эше башланды
Баш ҡала юлдарындағы соҡорҙарҙы ямау эше башланды

Бөгөн, 7 мартта, предприятие хеҙмәткәрҙәре Магистраль урамында ватылған асфальтты йүнәтә башланы.

 

«Соҡорҙарҙы ямау дымға һәм температураның үҙгәреүенә тотороҡло ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланып башҡарыла. Уны һауа температураһы -10 градусҡа тиклем ҡулланырға мөмкин», - тип һөйләне район хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

 

Соҡорҙарҙы ямау юлдарҙы капиталь ремонтлауҙы алмаштырмай, тип тә билдәләнде.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас