Бөгөн көндөҙ йыһазландырылмаған таусыҡтан шыуып йөрөгән 10 йәшлек малай өҫтөнә ҡар ауҙарылған.
Урынға Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Улар килгәнгә тиклем баланы ҡар аҫтынан шаһиттар сығарған булған. Янғын һүндереүселәр малайҙы йылы кейемгә, юрғанға ураған. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы урында уҡ малайҙы ҡарап, уны Бишбүләк районының Үҙәк район дауаханаһына алып барған.
Фото: МЧС РБ.