

Һуңғы арала пластик операция яһатыу модаға инде. Заман артынан ҡыуған ҡатын-ҡыҙҙар сафы әленән-әле тулылана. Элек улар тышҡы ҡиәфәттәрен үҙгәртеүҙәре хаҡында ҡысҡырып йөрөмәй ине, хәҙер хатта үҙгәртелгән ерҙәрен барыһына ла күрһәтеп видео төшөрөргә лә тартынмай. Яңыраҡ йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Гүзәл Ғәлимова ла түшен ҙурайтыу буйынса операция яһата.
“Хыялдар төрлө була. Мин уларҙың тағы береһен тормошҡа ашырҙым. Маммопластика яһаттым. Был орерацияға ике йыл әҙерләндем.Күкрәктәрем матур булһа ла, ике бала имеҙеү үҙенекен эшләне. Улар бушаны, төбөнә әҙ генә һыу һалынған целлофан пакет кеүек инеләр. Пушаплы лифчиктарға рәхмәт инде. Мин быны үҙемде көҙгөнән матур күреү өсөн эшләнем. Бер ниндәй ҡурҡыныс тарихтар ҙа уҡыманым, операция яһатҡан ҡыҙҙар менән генә кәңәшләштем, ” – тип яҙған Гүзәл.
Фото: Т. Аманов