Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 05:55

Яңы технопарк төҙөлә башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур проектты ғәмәлгә ашыра башлау тураһында хәбәр итә. Барыһы ла - республикабыҙҙың инвестиция һәм сәнәғәт потенциалын үҫтереү йәһәтенән эшҡыуарҙарға яҡшы шарттар булдырыу өсөн.

Яңы технопарк төҙөлә башланыЯңы технопарк төҙөлә башланы
Яңы технопарк төҙөлә башланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә "Зубов" технопаркын төҙөү буйынса башланған эштәр менән таныштыра.

Өфө районында урынлашасаҡ был комплекстың майҙаны ярайһы ҙур ғына.

"10,5 мең кв.м. майҙанлыҡ корпустың нигеҙенә тәүге свайҙар ҡағылған. Технопаркта шундай биналар икәү буласаҡ. Бынан тыш, 2,9 мең кв.м. майҙанда административ-көнкүреш корпусы ла күҙаллана. Был - беҙҙең өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе. Уның дөйөм хаҡы - 1,4 млрд һум", - тип яҙған БР Башлығы.

Бер нисә резидент билдәле лә инде. Улар араһында «Уфимский компрессорный завод» һәм НТЦ «Геомеханика» бар.

Тәүҙә 160 кешегә эш урыны булдырыла, һуңынан артасаҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда 12 - индустриаль һәм 18 технопарк теркәлгән. Уларҙа 30,1 мең эш урыны булдырыла. Дөйөм инвестиция хаҡы - 45 млрд һумдан ашыу.

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

 

 

Яңы технопарк төҙөлә башланы
Яңы технопарк төҙөлә башланы
Яңы технопарк төҙөлә башланы
Яңы технопарк төҙөлә башланы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас