Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Март 2023, 13:20

Әсәйҙәргә - миҙалдар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Әсәйҙәргә - миҙалдарӘсәйҙәргә - миҙалдар
Әсәйҙәргә - миҙалдар

 

Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан 17 ҡатын-ҡыҙ наградаға тәҡдим ителгән.

   «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем ошо түләүҙең күләме 17 241 һум ине.

Был награда 1998 йылда булдырылған.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас