Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 07:30

Өс балалы ғаиләләргә ниндәй социаль ярҙам ҡаралған?

Шулай уҡ 3 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләү бар.

Өс балалы ғаиләләргә ниндәй социаль ярҙам ҡаралған?Өс балалы ғаиләләргә ниндәй социаль ярҙам ҡаралған?
Өс балалы ғаиләләргә ниндәй социаль ярҙам ҡаралған?

 

Кемдәргә тейеш: күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге 2017 йылдың  31 декабренән һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы һәр балаға өс йәше тулғанға тиклем. Ғаиләнең йән башына килеме хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумынан ике тапҡырға артмаҫҡа тейеш. (2023 йылдың 1 ғинуарынан – 25578 һум).

Күпме: 2023 йылда – 12271 һум.   Башҡортостанда  балаларға билдәләнгән  йәшәү минимумы күләмендә түләнә.

 

Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ла юлларға мөмкин.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас