Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 16:17

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең махсус паспорты барлыҡҡа киләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн видеобәйләнеш аша Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков менән һөйләшкән. Губернатор Президентҡа СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә махсус булдырылған социаль паспорт тураһында мәғлүмәт биргән. Хәҙер шундай документ бөтә ил буйынса эшләнәсәк.

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең махсус паспорты барлыҡҡа киләсәкМобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең махсус паспорты барлыҡҡа киләсәк
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең махсус паспорты барлыҡҡа киләсәк
Владимир Путин был идеяны хупланы.
Социаль паспорт - яугир ғаиләһенең социаль портреты тиергә лә була, шунан ғибәрәт: унда мобилизация буйынса китеүселәрҙең ғаиләләренә ниндәй ярҙам кәрәк, барыһы ла күрһәтелә, матди ярҙамдан алып, ремонтҡа тиклем.
- Идея бик яҡшы, уны илгә таратырға кәрәк, - тине Президент. Тимәк, тиҙҙән бөтә Рәсәйҙә ошо проект ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
 
 
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас